Белорет районының Үҙән ауылынан 35 йәшлек “Үҙән” ҡушматлы яугир – профессиональ хәрби. Ул - контракт хеҙмәте һәм хатта Сомалиҙа диңгеҙ пираттарын тотоу тәжрибәһе булған диңгеҙ пехотасыһы. – Махсус операция башланғас, минең өсөн йоҡоһоҙ төндәр башланды. Выждан ғазапланы: ни өсөн мин бында, ә кемдер унда? Мин бит профессиональ хәрби, диңгеҙ пехотасыһы”, – ти яугир. "Үҙән" һәм уның ҡустыһы ирекмән булып махсус хәрби операцияға китә, бер ротаға эләгәләр. Яугирҙең ҡатыны ла санитарка итеп алыуҙарын һорай, әммә уны кире ҡағалар. Ҡатын әле ирекмәнлек менән шөғөлләнә: маскировка селтәрҙәре үрә һәм был һөнәргә башҡаларҙы ла өйрәтә. "Үҙән" - сапер. Ул Рәсәй ғәскәрҙәренең оборонаһына яҡынлашыу урындарына мина ҡуя, ә биләмәләрҙе дошмандан азат иткәндән һуң яландарҙы шартлатҡыстарҙан таҙарта. "Үҙән" үҙенең егеттәр араһындағы кеүек туғанлыҡты бер ҡасан да осратҡаны булмауы тураһында һөйләй. Хәрби хеҙмәткәр әйтеүенсә, унда яугирҙәргә хатта үҙ-ара бәхәсләшеү тыйылған. Әгәр низағ тыуһа, ике ҡатнашыусын