Танышым Дилә менән һирәк кенә осрашабыҙ. Был юлы ул айырыуса моңһоу ине: күптән түгел генә әсәһен ерләп ҡайтҡан, күңеле бихисап хәтирәләрҙән тулышып ҡына бара. Кем менәндер һөйләшеп-аралашып, ҡатмарлы донъяның үкенестәрен, бәлки, бер аҙ еңеләйткеһе килгәндер. Ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте. “Әсәйем, тәү ҡарамаҡҡа, һил ғүмер кисерҙе кеүек. Атайым менән ҡәҙимгесә йәшәнеләр, донъябыҙ теүәл булды, әммә яҡынымдың йөрәгендә йәшлек сере һаҡланғанын белә инем. Ҡасандыр, йәш сағында, ул Илһам исемле егет менән аралашҡан. Әсәйем үҫкән ҡасабала йәшәгән ул. Яҡшы күңелле, алсаҡ егет әсәйемдән ун йәшкә кесерәк булған, әммә был һис кенә лә уға ысын йөрәктән ғашиҡ булырға ҡамасауламаған. Әсәйем ҡаты ауырып, дауаханаға эләккәс, ул уны бер минутҡа ла ташламаған, һөйләшеп, күрше палатаға ятҡан, хәстәр һәм ярҙам күрһәткән. Әлбиттә, ғашиҡ кеше артабанғы ғүмерен дә уның менән бәйләргә теләгән: кейәүгә сығырға тәҡдим иткән. Әсәйем дә Илһамға өҙөлөп ғашиҡ булған, тик... уның тормошон боҙорға хаҡым юҡ, тип