Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ай башында Мәскәүҙә ВДНХ-ла Башҡортостан көндәре гөрләп үтте. Сара барышында милли башҡорт туйы йолаһы үткәрелде. “Рәсәй” күргәҙмәһендә халыҡ йолаларына ярашлы республиканан йәш пар – Сибайҙан Заһир Сәфәрғәлин менән Баймаҡтан Юлиә Сөләймәнованың никахын теркәнеләр. Башҡортостан Башлығы хәләл ефете менән яңы өйләнешкән парҙы ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы. Радий Хәбиров яңы өйләнешеүселәргә Өфөлә фатирға сертификат тапшырҙы һәм уларға бәхетле ғаилә тормошо теләне. Йәш ғаилә самолетта Өфөгә осҡан. Йәштәр Шереметьево аэропортында ҙурлығы 80 сантиметрға 120 сантиметрлыҡ пластик конструкцияны ғына багажға тапшырған. Өфө аэропортына төшкәс, сертификат булмаған. Бер аҙҙан улар полицияға шылтыратып, сертификатты юғалтыуҙары хаҡында һөйләгән. «Юғалған табличка буйынса фатир алып булмай - әгәр иҫтәлеккә генә ҡалдырырға теләһәләр, сертификат үҙенән-үҙе юридик көскә эйә түгел. Йәштәрҙең ҡулында торлаҡ майҙанына рәсми документтар барҙыр, моғайын», - ти был осраҡ хаҡында белгестәр. Әгәр ҙә кемдер сертификатты ҡулланып фатир алырға уйлаһа инде... Нисек кенә булмаһын, осраҡ буйынса тикшереү бара, фатирға бирелгән сертификатты эҙләү дауам итә. Был осраҡта иларғамы, әллә көлөргәме... Фото: "Башинформ".