Көнгәк түбәһе борон-борондан халҡыбыҙҙың Тәңренән фатиха алыр, теләк теләр урыны булған. 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда яуға киткән ир-егеттәрҙе ошо тауҙан оҙатҡандар. Оло йыйын уҙғарылған, уларҙың имен-аман яуҙан еңеп ҡайтыуын теләгәндәр. Наполеонды Рәсәйҙән ҡыуып, Парижды алып, яугирҙәрҙең иҫәндәре тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Ошо йоланы һаҡлау маҡсатында, "Көнгәк" гәзите хәбәрселәре Көнгәк тауына бармаһа ла, "Нөгөш" позывнойлы яугиргә юлға сығыр алдынан Нөгөш ауылы ағинәйе Минира Ҡаранаеваның үҙ ҡулдары менән эшләгән бетеүен тапшырҙы. Доғалар яҡташыбыҙҙы имен-аман йөрөтһөн, тыуған яҡҡа еңеү яулап ҡайтҡас, тағы осрашырға насип итһен! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр ө