Алда беҙҙе матур байрам – Яңы йыл көтә. Республика Хөкүмәте уны хәүефһеҙ һәм кешеләргә уңайлы итеп үткәреү өсөн бар көсөн һала. Яңы йыл каникулы осоронда Башҡортостан поликлиникалары штат режимында эшләй. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, амбулатор-поликлиника звеноһы 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй, 16:00-гә тиклем өйгә саҡырыуҙар ҡабул ителә. 30 декабрҙән 1-6 ғинуарҙа, шулай уҡ 8 ғинуарҙа иртәнге 8-ҙән киске 5-кә тиклем табиптар поликлиникала ла, шулай уҡ өйгә килеп дарыуҙар, шул иҫәптән ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙарға рецепт яҙып бирәсәк. Шулай уҡ ғинуар айындағы каникул ваҡытында медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үткәреү туҡтатылмай. Кешеләр үҙ һаулығын, 7 ғинуарҙан тыш, бөтә көндәрҙә лә поликлиникаларҙың эш сәғәттәрендә тикшерә ала. Шулай уҡ Радий Хәбиров чиновниктарға Яңы йыл байрамдарын махсус хәрби операция барыуын иҫәптә тотоп тыйнағыраҡ үткәрергә саҡырҙы. – Хакимиәт башлыҡтарын төрлө фейерверктар менән мауыҡмаҫҡа саҡырам, әйҙәгеҙ байрамды уларһыҙ үткәрәйек. Яңы йыл корпоротивтарын да артыҡ шаштырмай ғына ойоштороғоҙ. Коллектив менән бергә йыйылыуҙы тыймайым, тик тыйнаҡлыҡты онотмағыҙ, аҡса ла янда ҡаласаҡ. Етәкселек, кешеләр ял итһен, концерттарға, театрҙарға бара алһын өсөн эшләргә тейеш, – тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.