"Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 20 минутта эфирға сыға.
Республиканың гражданлыҡ акттарын теркәү идаралығы ата-әсәләрҙең яңы тыуған сабыйҙарға ниндәй исемдәр ҡушыуы тураһында яҙып сыҡты. Быйыл Башҡортостанда малайҙарҙы Мөхәммәтдусон, Давит, Мөхәммәт Иса, Богдамир, Азхар тип атағандар.
Ҡыҙҙар араһында Велеслава, Диалина, Сорабэгим, Туана тигәндәре осрай. ЗАГС хеҙмәткәрҙәре Абдулрахман, Виктор Стоун, Риман, Аполлинарий, Меружан тигән малайҙарға, Хилолви, Илайда, Оминави, Ариадна исемле ҡыҙарға, уларҙың тәүге рәсми документы — тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырған.
Балаға ҡушылған исем өсөн кем яуаплы һәм был килешкән эшме. Ошо хаҡта Өфөнөң Калинин районы ЗАГС идаралығы белгесе Гүзәлиә Исраилова менән һөйләшәбеҙ.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».