Башҡортостан юлдарында 1 827 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү комплексы эшләй. Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә алдынғыларҙың береһе булып тора. Ошо хаҡта республиканың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илья Крюков «Транспорт сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. 2023 йылдың 1 декабренә ҡарата был комплекстар ярҙамында 2,3 миллиард һумға административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 6 миллиондан ашыу ҡарар сығарылған. Был саралар артабан юлдарҙы ремонтлауға, төҙөүгә һәм хеҙмәтләндереүгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, камералар ҡуйыу машина йөрөтөү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм юл-транспорт ваҡиғалары иҫәбен кәметеүгә булышлыҡ итә. Юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлгән урындарҙа аварияларға юл ҡуймау өсөн 2023 йылдың июнендә Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта 41 киҫелештә тейешле билдә (стоп- линия, зебра) төшөрөлгән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотовидеотеркәү стационар комплекстары файҙаланыуға тапшырылған. 2022 йылдан алып Башҡортостанда бындай комплекстар менән йәмғеһе 59 юл киҫелеше йыһазландырылған. 2023 йылдың 11 айында үткәүелдәрҙә 286 меңдән ашыу ҡағиҙә боҙоу осрағы, шул иҫәптән 198 мең туҡтау һыҙаты артынан сығыу, 82 мең светофорҙың тыйыусы сигналын үтеү осрағы, хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән. Бындай комплекстарҙы ҡуйыу юл сатында үткәреү һәләтен арттырырға, светофорҙың тыйыусы сигналына сығыуҙарҙы кәметергә, йәйәүлеләрҙе тапатып китеүҙе һәм башҡа юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмаҫҡа мөмкинлек бирә, тип билдәләне Илья Крюков. Киләсәктә Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалалары киҫелештәрендә тағы ла 56 комплекс ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. Фото: glavarb.ru