Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә йәмәғәт транспорты төнгө сәғәт 2-гә тиклем йөрөй. Ә 31 декабрҙә киске сәғәт 10-дан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына тиклем автобустар 15-20 минут ара менән йөрөйәсәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдерҙе.. Дөйөм алғанда, 30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем пассажирҙар транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса эшләй. Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында автобустар иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем йөрөй. Шул уҡ ваҡытта ҡала-ара маршруттар буйынса рейстар ғәҙәти режимда башҡарыласаҡ. Яңы йыл байрамдарында төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге юлдарҙы ҡышҡыһын тәртиптә тотоу буйынса эштәргә 400-гә яҡын берәмек махсус техника йәлеп ителә. Көслө ҡар яуғанда “Башкиравтодор” предприятиеһы 1000-гә яҡын ҡар таҙартыу машинаһын линияға сығара, ә айырым муниципалитеттарҙағы техниканы башҡа филиалдарҙан күсерә ала. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.