11 декабрҙә аҙна һайын уҙғарылған оператив кәңәшмәлә республикала ЮНЕСКО проекттарын һәм программаларын тикшерҙеләр. Башҡортостандағы ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеттың башҡарма директоры Элина Ғатауллина 2023 йылдың ноябрендә республика ойошмаһының үҙенең 25 йыллығын билдәләүе хаҡында һөйләне һәм төбәк етәксеһенә Рәсәйҙең сит ил эштәре министры, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй Федерацияһы Комиссияһы рәйесе Сергей Лавровтың сәләмләү хатын тапшырҙы. – Башҡортостан ЮНЕСКО линияһы буйынса мәҙәни, ғилми һәм белем биреү башланғыстарын алға һөрөү буйынса Рәсәйҙең өс лидеры иҫәбенә инә, – тип билдәләне Элина Ғатауллина. – Нимә менән йәшәүебеҙ, нимә менән ғорурланыуыбыҙ һәм ниндәй ҡиммәттәрҙе яҡлауыбыҙ тураһында ышаныслы мәғлүмәтте мөмкин тиклем киң аудиторияға еткереү мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Мәҫәлән, илдең сит илдәрҙәге гуманитар сәйәсәт концепцияһына ярашлы ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары өсөн саралар үткәрелә. Балалар конкурстарҙа, форумдарҙа һәм уҡытыу лекцияларында әүҙем ҡатнаша