11 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Ғафури районындағы “Красноусол” шифаханаһын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Учреждениеның генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов йыл әйләнәһенә эшләгән “Красноусол” курорты 559 урынға иҫәпләнгәнен һөйләне. Уның махсуслашыуы – тире, аш һеңдереү һәм тын алыу ағзалары, һөйәк-мускул, репродуктив һәм нервы системалары сирҙәре менән яфаланған пациенттарҙы һауыҡтырыу. 2023 йыл башынан алып шифаханаға 20 меңдән ашыу кеше килгән, ул Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ Ҡаҙағстанда йәшәүселәр араһында популярлыҡ менән файҙалана. “Красноусол”дың тәьмин ителеше 2021 йылда 68 проценттан 2023 йылда 105 процентҡа тиклем артты. Шифахана тотороҡло үҫешә һәм быны финанс-иҡтисади күрһәткестәрҙә сағылдыра. 2022 йылдан төп капиталға инвестициялар 300 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, аҡса медицина ҡорамалдарын һатып алыуға, объекттар төҙөүгә һәм реконструкциялауға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, 2022-2023 йылдарҙа