Найти в Дзене

Вуз-ара кампуста уҡыусылар робот техникаһын өйрәнә

Башҡортостан уҡыусылары үҙ роботтарын булдыра һәм Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында виртуаль ысынбарлыҡ технологияларын өйрәнә ала. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған был учреждениела Робот техникаһы һәм ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәптәре VR-технологиялары лабораториялары урынлашасаҡ. - Вуз-ара кампустағы беҙҙең лабораторияла төрлө йәш төркөмө өсөн өҫтәмә белем биреү программалары ҡаралған, - тип һөйләне ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе директоры Денис Гулин. – 3-4-се класс уҡыусылары өсөн робот техникаһы буйынса махсус курс әҙерләнгән, унда улар конструктор йыйылмаһы менән эшләй һәм үҙҙәренең тәүге роботтарын программалаштыра ала. 5-7-се кластар өсөн ҡатмарлыраҡ баҫҡыс ҡарала – бында улар роботтың төрлө компоненттарын идара итеүгә яуап биргән программа кодының төп өлөштәрен өйрәнә. Шулай уҡ сымлы һәм сымһыҙ системаларҙа ҡулланылған мәғлүмәт биреүҙең төп сигналдары тураһында ла белем аласаҡ. 8-9, 10-11-се кластар өсөн тағы ике белем биреү программаһы булдырыласаҡ. Ө

Башҡортостан уҡыусылары үҙ роботтарын булдыра һәм Өфөләге Вуз-ара студенттар кампусында виртуаль ысынбарлыҡ технологияларын өйрәнә ала. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған был учреждениела Робот техникаһы һәм ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәптәре VR-технологиялары лабораториялары урынлашасаҡ. - Вуз-ара кампустағы беҙҙең лабораторияла төрлө йәш төркөмө өсөн өҫтәмә белем биреү программалары ҡаралған, - тип һөйләне ӨДНТУ-ның Евразия политехник мәктәбе директоры Денис Гулин. – 3-4-се класс уҡыусылары өсөн робот техникаһы буйынса махсус курс әҙерләнгән, унда улар конструктор йыйылмаһы менән эшләй һәм үҙҙәренең тәүге роботтарын программалаштыра ала. 5-7-се кластар өсөн ҡатмарлыраҡ баҫҡыс ҡарала – бында улар роботтың төрлө компоненттарын идара итеүгә яуап биргән программа кодының төп өлөштәрен өйрәнә. Шулай уҡ сымлы һәм сымһыҙ системаларҙа ҡулланылған мәғлүмәт биреүҙең төп сигналдары тураһында ла белем аласаҡ. 8-9, 10-11-се кластар өсөн тағы ике белем биреү программаһы булдырыласаҡ. Өлкән класс уҡыусылары роботтарҙы проектлау, конструкторлау һәм программалауҙы тәрәндән өйрәнә. Балаларҙы курсҡа Өфө дәүләт нефть техник университетының рәсми сайтында, түбәндәге һылтанма https://cloud.rusoil.net/apps/forms/tpAq2H2sEDPnyPAT аша инеп, яҙҙырырға мөмкин. Иҫкәрмә: Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусын төҙөү инновациялы белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программаға ярашлы алып барыла. Проект “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре механизмы аша тормошҡа ашырыла. 2023 йылдың декабрендә кампустың беренсе сиратын - IQ паркты эксплуатацияға индереү планлаштырылған. Артабан икенсе – фәнни корпусты төҙөү башланасаҡ. Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22488/