Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хоҡуҡтары тергеҙеләсәк

Башҡортостанда 2023 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ проблемалы объекттар буйынса өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү күҙаллана. Был хаҡта республика төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артём Ковшов «Төҙөлөш сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Шул рәүешле Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2024 йылға алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен тулыһынса хәл итергә ҡушҡан бойороғон үтәйәсәк. 2023 йылдың 11 декабренә ҡарата республикала 22 проблемалы объект ҡалған. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә Октябрь Революцияһы урамында («Квартал» төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) федераль Территорияларҙы үҫтереү фонды механизмдарын ҡулланып бер йорт төҙөлөп бөтәсәк. Был 111 өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙергә мөмкинлек бирергә тейеш. 14 объект буйынса 918 өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусының мәсьәләләрен Биләмәләрҙе үҫтереү фондынан аҡсалата компенсациялар түләү юлы менән хәл итәләр. Мәҫәлән, 11 декабрҙә бындай ҡ

Башҡортостанда 2023 йылдың аҙағына тиклем барлыҡ проблемалы объекттар буйынса өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү күҙаллана. Был хаҡта республика төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артём Ковшов «Төҙөлөш сәғәте» форматындағы кәңәшмәлә белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Шул рәүешле Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2024 йылға алданған өлөшсөләрҙең мәсьәләләрен тулыһынса хәл итергә ҡушҡан бойороғон үтәйәсәк. 2023 йылдың 11 декабренә ҡарата республикала 22 проблемалы объект ҡалған. Йыл аҙағына тиклем Өфөлә Октябрь Революцияһы урамында («Квартал» төҙөлөш компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) федераль Территорияларҙы үҫтереү фонды механизмдарын ҡулланып бер йорт төҙөлөп бөтәсәк. Был 111 өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙергә мөмкинлек бирергә тейеш. 14 объект буйынса 918 өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусының мәсьәләләрен Биләмәләрҙе үҫтереү фондынан аҡсалата компенсациялар түләү юлы менән хәл итәләр. Мәҫәлән, 11 декабрҙә бындай ҡарар Өфөнөң «Мәскәү» кварталындағы йорт буйынса ҡабул ителгән («Литер 4» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте). Декабрь аҙағына тиклем Бүздәк районындағы йорт («21-се трест» төҙөлөш комплексы), Өфөләге «Башинвестдом» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ике объекты, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы «МашТехРесурсы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте объекты һәм Өфө районындағы «КилСтройИнвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең туғыҙ объекты буйынса ҡарар ҡабул итеү көтөлә. 2023 йылдың аҙағына тиклем республика һәм төҙөүселәр көсө менән Өфөләге алты проблемалы объект буйынса 304 өлөшсө хоҡуҡтарын тергеҙергә ниәтләйҙәр. Һүҙ «Цвеы Башкирии» ҡасабаһында биш йорт («БашСтройКомплект» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) һәм Пархоменко урамындағы бер йорт («Дуҫлыҡ-Строй» торлаҡ-төҙөлөш кооперативы) хаҡында бара. Уларҙы ҙур инвестиция проекттары сиктәрендә төҙөп бөтөрәсәктәр. Шулай уҡ планда - Берҙәм реестрҙан парковка урындарын булдырыуҙы күҙ уңында тотҡан «Сигма» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бер проблемалы объектын алып ташлау. 2023 йылдың октябрендә «Белая река» торлаҡ комплексы («Герал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте) проблемалы объекттар иҫәбенән иң ҙур йортто файҙаланыуға тапшырғандар, тип билдәләне Артем Ковшов. Уны «Баҡса ҡулсаһы» компаниялар төркөмөнөң ҙур инвестиция проекты сиктәрендә төҙөп бөткәндәр һәм 426 өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙгәндәр. Радий Хәбиров биләмәләрҙе үҫтереү федераль фондына өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙә республикаға ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, 2018 йылда Башҡортостанда 10 меңдән ашыу алданған өлөшсө булған. Һуңғы биш йылда төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыусыларҙың 8,5 мең самаһы хоҡуҡтарын тергеҙеүгә, 68 проблемалы объектты файҙаланыуға тапшырыуға өлгәшелгән. Фото: glavarb.ru