Республикабыҙҙа ҡыш миҙгеле хакимлыҡ итә. Көн торошона ярашлы кейенеүҙән тыш, һалҡын тейеүҙән һаҡланыу өсөн ябай ғына мөһим ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк, ти табиптар. Әгәр тән температураһы 35 градустан түбән төшһә, тотош организмға зыян килеүе билдәле. Бындай осраҡта бәләгә тарыған кешегә тәүге ярҙам күрһәтеү талап ителә. Һыуыҡ тейҙереү ни өсөн хәүефле, ҡайһы саҡта табипҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ? Кеше организмы тышҡы мөхиттең төрлө шарттарына яраҡлаша ала. Беҙ үҙебеҙҙе ҡайнар көньяҡ ҡояшы аҫтында ла, Себер һыуығында ла яҡшы тоя аласаҡбыҙ. Яраҡлашыу механизмы һөҙөмтәһендә беҙҙең тәнебеҙ тереклек итеүҙең бөтә мөһим йәшәү процестарын алып барырға һәләтле вариантын һайлай. Әммә организм ресурстары сикһеҙ түгел, тәбиғәт шарттары ныҡ ҡатмарлашҡанда яраҡлашыу механизмы юҡҡа сыға һәм бөтә ағзаларҙың һәм системаларҙың эшмәкәрлегенә зыян килә. Һыуыҡ тейгәндә лә шул уҡ хәл. Тән температураһы организмдың матдәләр алмашыныуын тейешле кимәлдә тота алмай һәм функциялар эшмәкәрлеге боҙола. Кешенең эске а