Башҡортостан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеге буйынса илдең ун төбәге иҫәбенә инде. Был хаҡта төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмә барышында республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерҙе. Башҡортостандың ошо йүнәлештәге эшен Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко юғары баһаланы, тип билдәләне төбәк етәксеһе. - Илебеҙҙең айырым төбәктәренең әүҙем эшмәкәрлеген билдәләп үткем килә. Башҡортостан Республикаһы ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә эш һөҙөмтәлелеге буйынса төбәктәр рейтингында иң һиҙелерлек алға китешкә өлгәште. Төбәк, «Йәшел рейтинг» таблицаһында 47 пунктты теүәлләп, туғыҙынсы урынға күтәрелде, - тигән Виктория Абрамченко. Нияз Фазылов билдәләүенсә, Башҡортостанда һуңғы биш йылда сүп-сарҙы даими сығарыу тәьмин ителгән, ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү сифатына мониторинг системаһы индерелгән, 37,1 мең ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урыны булдырылған, 87,9 меңгә т