14 декабрҙә, шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөндә, республикала йылдағыса Башҡорт теле көнө билдәләнәсәк. Был байрамды 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров булдырғайны. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә планлаштырылған саралар хаҡында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры Гөлназ Йосопова һөйләне. Өфөлә байрам Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы Мифтахетдин Аҡмулла һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башлана. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башҡорт балалар баҡсалары төркөмдәре тәрбиәселәре, милли инновация мәктәптәре директорҙары араһында “Остаз” республика конкурсының финалы төп сараларҙың береһе буласаҡ. 15 декабрҙә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында Фән һәм мәғариф йылына йомғаҡ яһау сиктәрендә республика район һәм ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары вәкилдәренең осрашыуы, шулай уҡ Сосланбәк Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтә. – Өфө һәм республика ҡалалары урамдарында билдәле башҡорт яҙыусыларының, шағирҙарының цитаталары яҙылған баннерҙар урынлаштырылды, социаль селтәрҙәрҙә был баннерҙар фонында иң яҡшы фотоға конкурс старт алды, – тип һөйләне Гөлназ Йосопова. – Шулай уҡ 15 декабрҙә квиз-уйын һәм Башҡорт асыҡ КВН лигаһы финалы үтәсәк. Башҡорт теле көнөндә барлыҡ муниципалитеттарҙа мәғрифәтселек һәм мәҙәни-ял саралары ойошторола. Атап әйткәндә, республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә башҡорт теленән берҙәм дәрес ойошторола. Байрам саралары барышында йәштәр медиаһы, туған телде, мәғарифты, мәҙәниәтте һәм фәнде һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсының 10 еңеүсеһенә сертификаттар тапшырыла. Ә “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты” проекты еңеүселәре мультимедиалы комплекстар аласаҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөн әҙерләү буйынса күләмле эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитет башлыҡтарын, республикала йәшәүселәрҙе байрам сараларында әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. – Был башҡорт телен популярлаштырыу өсөн бик мөһим көн, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, Башҡортостан башҡорт һәм республика халыҡтарының башҡа телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль гимназиялар асылған күп булмаған төбәктәрҙең береһе булып тора. Миҫал өсөн, ошо көндәрҙә Мишкә районында мари телен өйрәнеү буйынса мәктәп асылды. Киләсәктә сыуаш һәм удмурт телдәрен тәрән өйрәнеү буйынса полилингваль учреждениелар асырға уйлайбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Быйыл Башҡорт теле көнө уңайынан ниндәй саралар үтә?
11 декабря 202311 дек 2023
2 мин