Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Хәүефһеҙлек тураһында онотмайыҡ

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда 3 меңдән ашыу берәмек коммуналь техника ҡар таҙартыуға йәлеп ителергә тейеш. Был хаҡта республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Биләмәләрҙе таҙартыу өсөн көн һайын 1 082 юл эшсеһе һәм 1 395 берәмек техника, ә ихаталарҙы таҙартыу өсөн 2 315 урам һепереүсе һәм 554 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Муниципалитеттар 163 мең тонна боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар әҙерләгән. Яңы йыл байрамдарында оператив эшләү өсөн 352 авария-тергеҙеү бригадалары ойошторолған, улар 2 320-нән ашыу кешене үҙ эсенә ала. Ирина Голованова байрамдарҙа өйҙән оҙаҡҡа сығып киткән осраҡта хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Һалҡын һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү вентиляцияһын, газ бағанаһында эшләгән вентиляцияны ябырға, электр приборҙарын һүндерергә, фатирға пиротехника осҡондарына эләкмәһен өсөн балкон ишектәрен һәм тәҙрәләрҙе ябырға кәрәк. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.