Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, донъя чемпионы һәм ҡатнаш көрәш төрҙәре легендаһы Джефф Монсонға федераль дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Уны бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. “Үҙ ваҡытында Джефф Монсон республикабыҙға күсергә һәм үҫеп килеүсе быуынды спорт йәһәтенән тәрбиәләү менән әүҙем шөғөлләнергә ҡарар итте. Ул ҙур грэпплинг мәктәбен булдырҙы, Рәсәй чемпионаттарында ла һөҙөмтәләр бар. Әммә иң мөһиме, ул Донбасста йәшәүселәргә булышлыҡ итеү менән әүҙем шөғөлләнә, унда күп тапҡыр булғаны бар”, – тине бүләкләү тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Ошо көндәрҙә Джефф Монсондың Өфөлә йортһоҙҙарға ярҙам үҙәген асырға ниәтләүе билдәле булды. Был хаҡта ул билдәле йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам итеү буйынса ҡалала берҙән-бер республика комплекслы үҙәгендә булғанда белдерҙе. Шулай уҡ бөгөн Башҡортостан Башлығының ДХР һәм ЛХР биләмәләрендә халыҡтың йәшәйешен тәьмин итеү һәм инфраструктура объекттарын тергеҙеү мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Дмитрий Дудко генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Дмитрий Дудко хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге һәм батырлығы өсөн билдәләнде. Фото: Башинформ.