Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡы менән 14 декабрҙә аралашасаҡ. Үтеп барған йылға йомғаҡ яһау берләштерелгән матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш форматында үтәсәк. Сара өсөн әҙерләнгән махсус студияға журналистар саҡырыласаҡ. Араларында федераль, төбәк һәм сит илдәр хәбәрселәре көтөлә. Был сара тураһында иғлан ителеү менән Рәсәй халҡы Владимир Путинға һорауҙарын ебәрә башланы ла. Бөгөнгә уларҙың һаны йөҙәр меңләп иҫәпләнә. Шул иҫәптән Башҡортостан кешеләренән дә һорауҙар байтаҡ. Владимир Путинға һорау бирергә теләйһегеҙме? Уны биреп ҡалырға ашығығыҙ. Һорауҙарҙы 1 декабрҙән ҡабул итә башланылар. Уны moskva-putinu.ru сайты аша, 8-800-200-40-40 түләүһеҙ номеры, 0-40-40 номерына бушлай СМС ебәреп, шулай уҡ “Бәйләнештә”, "Класташтар” социаль селтәрҙәрендә бирергә була. Килгән һорауҙар араһында тәүге урындарҙы социаль түләмдәр, махсус хәрби операция, һаулыҡ һаҡлау темалары биләй. Шулай уҡ кешеләр тәҡдимдәр ҙә ебәрә икән. Ниндәй һорауға яуап биреүҙе Владимир Владимирович шәхсән һайлаясаҡ. Әммә ойоштороусылар әйтеүенсә, бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Күренеүенсә, быйыл был сарала берҙәмлек тантана итәсәк. Сөнки ике сараны бергә ҡушҡас, унда бөтәһе лә ҡатнашасаҡ – Президент та, журналистар ҙа, ябай халыҡ та. Барығыҙҙы ла был ҡыҙыҡлы сәйәси саранан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ. Фото: kremlin.ru