Бәләбәй районының Өҫән-Ивановка ауылында оҙаҡламай, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыласаҡ. Әле медицина һәм фармацевтика эшмәкәрлеген лицензиялау буйынса саралар үткәрелә. ФАП бинаһы 100 квадрат метрға яҡын майҙанды биләй, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, медикаменттарҙы һаҡлау кабинеттары бар. Бөтә коммуникациялар үткәрелгән, интернет бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты Өҫән-Ивановка, Покровка, Сәрмәсән, Веровка ауылдары халҡын - бөтәһе 788 кешене хеҙмәтләндерәсәк. – Медицина пункты асылыу менән халыҡ диспансерлаштырыу үтә, вакцина яһата аласаҡ. Яңы бинала сифатлы тәүге медик-санитар ярҙамды алыу мөмкинлеге арта, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рөстәм Ишмырҙин. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтиса