Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Әбештә - Ҡаҙ өмәһе

Хәйбулла районының Оло Әбеш ауылында уңған һәм эшсән халыҡ йәшәй. Ошо көндәрҙә ауылдың иң уңған һәм матур ғаиләләренең береһе - Алмаз һәм Рәзилә Илембәтовтар йортонда Ҡаҙ өмәһе үткән. Хужалар йыл һайын 200-ләп ҡош-ҡорт үҫтерә. Был хаҡта Әбеш ауыл биләмәһе төркөмөндә хәбәр ителә. "Борондан килгән матур йолаларҙың береһе ул "Ҡаҙ өмәһе". Оло Әбеш ауылында ла "Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә "Берҙәмлек менән көслөбөҙ" девизы аҫтында шаулап-гөрләп "Ҡаҙ өмәһе" үтте. Ауылыбыҙҙың уңған ҡатын-ҡыҙҙары , ир-егеттәре һәр эште еренә еткереп, тиҙ арала бөтөп тә ҡуйҙы. Уйын-көлкө, йыр-бейеүҙәр менән һуғарылған сарала ағинәйҙәр ҡыҙҙарға өмә тәртиптәрен, нескәлектәрен өйрәтте. Уңған хужабикә өмәселәрзе яңы бешкән ҡаҙ ите, тәмле сәй менән һыйланы. Йырлашып, күңелле таралышты барыһы ла. «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла", - тигән юлдар бар ауыл хакимиәте төркөмөндәге яңылыҡта. Әбештәрҙең конкурста еңеп сығыуын теләйбеҙ! Фото һәм видео: Әбеш ауыл биләмәһе төркөмө.