Башҡортостанда 34 меңдән ашыу кеше креатив индустриялар өлкәһендә эшләй. Бизнес өсөн ярҙам саралары төбәктә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) ярашлы башҡарыла, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Креатив индустриялар үҫеше Өфөлә уҙғарылған креатив индустриялар форумында ла тикшерелде. Был сара “Экспо” күргәҙмә комплексы майҙансығында үтте. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, сара белгестәр менән тәжрибә, белем уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. - Ижади проект өсөн инвестициялар йәлеп итеү – ҙур хеҙмәт. Шуға ла беҙҙең бурыс - мөмкин тиклем күберәк талантлы кешеләрҙең үҙҙәренең ижадын йәмғиәтебеҙ байлығы итеүе. Ҡануниәт кимәлендә лә мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Тимофей Баженов. Шулай уҡ форумда төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарылды. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының маҡсаты – бизнес үҫешенең төрлө этаптарына ярҙам итеү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.