Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡул эшенә маһирҙарҙың күңеле матур була

Асҡын районының Билгеш ауылына эш сәфәребеҙ барышында урманлы-таулы ошо төбәкте үҙ итеп, таштай-ҡомдай батып йәшәгән уңған, маһир килендәр менән танышырға насип булды. Уларҙың барыһын да бер ғәмәл – ҡул эштәренә оҫталыҡ берләштерә. Ауыл ҡатын-ҡыҙының тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәре, мәшәҡәттәре араһында үҙҙәренең яратҡан шөғөлө менән дә булышып өлгөрә улар. Валентина Ивановна Татарстанда тыуып үҫкән. Билгеш ауылын төйәк итеүенә бына инде 36 йыл булып киткән. Тормош юлдашы Наил Хәйрулла улы менән өс бала – Сергей, Маргарита, Юлиәне тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөгөн дүрт ейәнсәргә өләсәй-ҡартатай булыу бәхете кисереп йәшәйҙәр. Мөхтәруллиндар күпләп мал-тыуар аҫрай. “Өс һыйыр, башмаҡтар, һарыҡ-кәзәне бағып, көндөң үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала”, – ти Валентина Ивановна. Шулай ҙа йорт эштәренән, мал ҡарау мәшәҡәттәренән бушаған арала ҡулына шунда уҡ бәйләмен ала. – Бәйләргә өләсәйемдән өйрәндем. Үҙаллы тәүге әйберемде башҡарып сыҡҡанда өсөнсө класта уҡый инем. Ырғаҡ менән дә, энә менән дә бәйләргә яратам. Юҡсыллыҡ осоронда бөтә ғаиләмә кейемдәр бәйләнем. Ә хәҙер башлыса күңел йыуанысы өсөн шөғөлләнәм. Төрлө төҫтәге йөн ептәрҙән башалтайҙар, башлыҡтар бәйләйем, шулай уҡ картиналар, сувенирҙар, сәскәләр эшләргә яратам. Ҡул эштәремде башлыса туғандарыма, яҡындарыма бүләк итәм, – ти Валентина Мөхтәруллина. Әйткәндәй, Татарстандан төшкән килен күптән инде урындағы халыҡтың телен дә, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә үҙләштергән. Билгештең тағы бер оҫта ҡуллы хужабикәһе Сулпан Ғилманшина менән дә таныштыҡ. Ул да – ошо ауыл килене, әммә ҡартатаһы яҡлап тамырҙары Билгешкә тоташа. Тормош юлдашы Рәмил Ғәзнәүи улы вахта ысулы менән Пермь крайында тракторсы булып эшләй. Сулпан Йыһаннур ҡыҙы урындағы хужалыҡта ашнаҡсы булған, әммә заман үҙгәрештәре арҡаһында совхоз тарҡалғас, эшһеҙ ҡалған. Шулай ҙа күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, йорт эштәре менән булышып, яратҡан шөғөлдәренән йәм табып йәшәй ул. Балалары Илгиз менән Римма, үҙаллы ғаилә ҡороп, Себер яҡтарында төпләнгән. Сулпан Йыһаннур ҡыҙының иң яратҡан шөғөлдәренең береһе – алмас мозаикаһы алымында картиналар эшләү. Иғтибар, түҙемлек, ваҡыт талап иткән был ижад төрөнән һис тә ялҡмай ул. Бынан тыш, уңған ханым бәйләм эштәренә лә оҫта. “Ҡул эштәремде һатыу менән булышмайым, тура килгәндә, бүләк итеп бирәм. Был шөғөлдәр кешене тынсландыра, күңелгә ял бирә. Айырыуса ҡышҡыһын, баҡсала, ихатала мәшәҡәттәр кәмегәс, рәхәтләнеп төрлө картиналар эшләйем, бәйләмгә тотонам”, – ти Сулпан Йыһаннур ҡыҙы. Билгештең йәшерәк быуын килене Гөлназ Хөснуллина – Ҡариҙел районы ҡыҙы. Тормош юлдашы Альберт Хөснимәрҙән улы менән ғаилә ҡороуҙарына 15 йыл тулған. Хөснуллиндарҙың татыу ғаиләһендә дүрт бала тәрбиәләнә: Илназ Өфөлә колледжда уҡый, Альбина, Гүзәл һәм Роберт – мәктәп уҡыусылары. Йәш ғаилә күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Әйткәндәй, Гөлназ Азат ҡыҙының ҡош үҫтереүгә ҡағылышлы бәләкәй генә ырымы ла бар: ул һәр бер төрҙө 11 итеп һатып ала. Мәҫәлән, быйыл да 11 ҡаҙ, 11 өйрәк, 11 күркә, 11 бройлер аҫраған, хатта кетәктәге тауыҡтары ла – 11. – Һөт, май, ҡаймаҡ, йомортҡа – барыһы ла үҙебеҙҙең хужалыҡтан. Артығын һатып та ебәрәм. Тормош иптәшем Ҡубыяҙҙа “КамАЗ” водителе булып эшләй. Йорт эштәрендә, мал-тыуарҙы бағыуҙа балаларыбыҙ – ҙур ярҙамсы, – ти уңған хужабикә. Ҡул эштәренә оҫта Гөлназ быйылғы яҙҙа тағы бер шөғөлгә – һабын ҡайнатыуға тотонған. “Интернеттағы видеояҙма буйынса эшләп ҡарағайным, беренсе тапҡырҙан уҡ килеп сыҡты”, – ти оҫтабикә. Әлеге ваҡытта ул, үҙмәшғүл булараҡ теркәлеп, заказдар ҡабул итә башлаған. Башлыса тәбиғи материалдарҙан яһалған, матур итеп биҙәлгән, күҙҙең яуын алырлыҡ һабындарҙы бүләккә тип һатып алалар. Был эштә өлкән ҡыҙы Альбина ла ярҙам итә. Гөлназ бәйләм менән дә булыша. Айырыуса синтетик ептән исемләп эшләгән тән ышҡығыстарға һорау ҙур икән. Бына шундай оҫта ханымдар менән таныштыҡ Асҡын яҡтарында. Әйткәндәй, быйыл билгештәр “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша. Ошоға ярашлы төрлө матур саралар, ҡыҙыҡлы бәйгеләр йыш үтә бында. Күптән түгел Гөлназ Хөснуллина ауылдаштарына өй шарттарында һабын эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән. Бына шулай, яратҡан шөғөлдәренән күңел йыуанысы табып, үҙ тормошон үҙҙәре йәмләп йәшәй Билгеш ауылының маһир, уңған хужабикәләре. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.