Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ағасты маҡсатһыҙ файҙаланған өсөн – штраф

Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел район-ара суды район граждандарынан ағасты маҡсатһыҙ файҙаланған өсөн 90 мең һум күләмендәге штраф түләтелгән. Әлеге саралар шул иҫәптән "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" төбәк проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған. Суд граждандарға торлаҡ төҙөү маҡсатында үҙҙәренең ихтыяждары өсөн урман үҫентеләренең бүленеүен билдәләне. Урмансылыҡ уларға ҡырҡынды бүлгән, урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре төҙөгән. Һуңынан был граждандар урман үҫентеләрен шәхси эшҡыуарға һатҡан. Һөҙөмтәлә ағас маҡсатлы тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмаған. Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 30-сы статьяһына ярашлы, граждандар үҙ ихтыяждары өсөн әҙерләгән ағасты бер кешенән икенсеһенә күсерә алмай. Закондың был нормаһын боҙған өсөн урман үҫентеләре күләменең берәмегенә түләү ставкалары буйынса билдәләнгән әҙерләнгән ағас хаҡының туғыҙ тапҡырлыҡ күләмендә штраф формаһында гражданлыҡ-хоҡуҡи яуаплылыҡ ҡаралған. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.