Найти тему
Башҡортостан гәзите

Картуф ҡабығын ташламағыҙ!

Картуф ҡабығында крахмал күп. Ул емеш ағастарына айырыуса кәрәкле. Мәҫәлән, картуф ҡабығын ашлама булараҡ ҡулланып, ҡарағаттың емешен сейә тиклем итергә мөмкин. Бының өсөн картуф ҡабығын киптереп, йыйып барығыҙ. Уларҙы йылытыу батареяһы янында киптереп, туҡыманан эшләнгән тоҡ йәки сумкала һаҡлағыҙ. Ҡоро ҡабыҡты йомшартылған ергә таратып һалып күмегеҙ, мәҫәлән, шул уҡ ҡарағат ҡыуағы төптәренә. Кипкән ҡабыҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ һәм һыуынғас, ҡарағат ҡыуағы өҫтөнә һибегеҙ. Картуф ҡабығын кәбеҫтә менән ҡыяр ҙа ярата. Үҫентеләрҙе ултыртҡанда соҡорға аҙ ғына онталған ҡабыҡ һибеп ебәрһәгеҙ, гөрләп үҫеп, уңыш биреү өсөн тәбиғи ашлама булыр. Фото: adfarm.ru