Найти тему
Башҡортостан гәзите

Сибайҙа уҡ атыу буйынса ҡала беренселеге уҙҙы

13 декабрҙә “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында уҡ атыу буйынса ҡала беренселеге уҙҙы. Ярыштарҙа ҡаланың урта махсус, юғары һәм дөйөм белем биреү учреждениеларынан егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Йәштәрҙе физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү беренселектең төп маҡсаты булып тора. Ярыш йомғаҡтары буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты йыйылмаһы команда зачетында беренсе урын яуланы. Шәхси иҫәптә егеттәр араһында - Артем Шетман, ҡыҙҙар араһында Айһылыу Хәйруллина еңеүсе булды. "Бөтә ҡатнашыусыларға сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылғандары һәм йәштәр араһында уны пропагандалағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты ярҙамында ҡалабыҙҙа йәшәүселәрҙең йылдан-йыл әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн мөмкинлектәре арта бара. Даими рәүештә күмәк спорт саралары уҙғарыла, күнекмәләр өсөн инфраструктура яңыртыла", – тип билдәләне ярыштарҙы ойоштороусылар. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография") милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Спорт министрлығы.