Быйыл май айында Саҡмағош ауылында Кейеҙ үҙәге асылған. Райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында урынлашҡан үҙәк Балалар сәнғәт мәктәбе ҡарамағында эшләй. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәрен кейеҙ баҫыу оҫтаһы итеп танытып өлгөргән. Барыһы ла үҙәк етәксеһе Нәфисә Ғилметдинованың кейеҙ сәнғәтенә һөйөүенән башлана. Был ҡыҙыҡһыныу Өфө районының Балалар ижады үҙәгендә эшләгәнендә барлыҡҡа килә. Нәфисә Рәбис ҡыҙы осраҡлы рәүештә кейеҙ сәнғәтен тергеҙгән оҫталар Кәримә Кайдалова менән Тәлғәт Мәсәлимов ойошторған семинарға эләгә. Тәлғәт Хәсән улы Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡығанында ғилми етәксеһе лә була. Балалар ижады үҙәгендә кейеҙ түңәрәге асып, төрлө әйберҙәр ижад итә башлағас, остазы Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҙур күргәҙмә ойошторорға, Нәфисә Ғилметдинованың һәм уның етәкселегендәге балаларҙың эштәрен киңерәк танытыуға ярҙам итә. Ике йыл элек Саҡмағошҡа күсеп ҡайтып, урындағы Балалар сәнғә