Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Боҙло быуа уртаһында... йоҡлап киткән

Кисәге төндә Белореттың ашығыс хеҙмәттәренә шаһиттарҙан ВАЗ-2111 автомобиленең ҡала быуаһы боҙонда тороуы тураһында хәбәр килә. Был хаҡта Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар юллана. «Урынға килеп еткәс, ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре ярҙан 100 метр алыҫлыҡтағы автомобилдә 29 йәшлек водителдең йоҡлап ултырыуына шаһит булған Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирҙе ярға сығарған. Уға медицина ярҙамы талап ителмәгән». Был хәлгә көлөргәме, әллә иларғамы... Шул тиклем вайымһыҙ булған водителгә аптырайһы ғына ҡала... Фото: "Башинформ"