Бүздәк районының Иҫке Таулар мәҙәниәт йортонда хәҙер инде 20 йыл халыҡ исемен йөрөткән “Мираҫ“ халыҡ фольклор коллективы бар. Коллектив янына күрешергә барғанда уларҙың үҙенсәлекле музейҙары менән таныштыҡ. Байлығы, төрлөлөгө менән айырылып тора ул. Ошо төбәктә ҡасандыр донъя көткән кешеләрҙең көнкүреш әйберҙәре лә, кейемдәре лә һаҡлана унда. “Мираҫ“ коллективы етәксеһе, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғәзизова әйтеүенсә, 1752 йылда төҙөлгән ошо ауылда йәшәгән нәҫелдәрҙең шәжәрәләре лә музейҙың ҡәҙерле тарихы. Был шәжәрәләр барыһы ла архив документына нигеҙләнеп эшләнгән. Музейҙа ҙур өлөштө ҡул эштәре мөйөшө алып тора. -Ауылдаш әбейҙәр, өләсәйҙәребеҙ үҙҙәренең һандыҡтарынан алып күңелдәренә иң ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы музейға килтерҙе. Улар араһында әсәйҙәренең бүләге лә, нәҫелдәренең иҫтәлеге лә, һабантуйҙа алынған һөлгөләр ҙә бар ине. Ошо бай ҡомартҡыларҙы һандыҡ төптәрендә һаҡлап ҡалғандары өсөн уларға ҙур рәхмәт. Бында хатта 280 йыллыҡ тарихлы һөлгөләр ҙә бар.