Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Дәүләкәндән тағы ике ир юлланды

Дәүләкән районынан ике ир Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөргә ҡарар иткән. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң улар махсус хәрби операция зонаһына юлланасаҡтар. Дәүләкән районының ирекмәндәр штабы доброволецтарға төбәктә йәшәүселәрҙең гуманитар ярҙамын – сумкалар, ботинкалар, йылы кейем, йылы носки, шапкалар, бирсәткәләр, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек йыйылмаһын һәм башҡаларҙы тапшырған. Әйткәндәй, Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән хәрби контрак төҙөүселәргә аҡсалата түләүҙәр, социаль льготалар һәм гарантиялар ҡаралған. 2023 йылдың октябренән яугирҙәрҙең минималь оклады 210 мең һум тәшкил итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.