Сығышы менән Көйөргәҙе районы Яҡшембәт ауылынан булған билдәле ғалим-офтальмолог, күҙ микрохирургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, Башҡортостандың Фәндәр академияһы академигы, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Марат Аҙнабаевтың үҙенсәлекле шәхес икәнлегенә һәммәбеҙ ҙә яҡшы хәбәрҙар. Ул фән өлкәһенән, шәкерттәрен оло юлға сығарыуҙан тыш, сит телдәрҙе яҡшы белеүе, медицина терминдарының энциклопедик характерҙағы урыҫса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеген төҙөүгә ҙур көс һалыуы һәм башҡа эштәре менән дә билдәле. Марат Тәлғәт улының тыуған яғы менән бәйләнеште өҙгәне юҡ. Ошо көндәрҙә Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылындағы "Ыласын" спорт мәктәбендә уның исемендәге көрәш турниры ойошторолоуы ла быға асыҡ дәлил. Спорт сараһында һигеҙ ҡала һәм райондан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашҡан. Компетентлы жюри 2006-2007, 2008-2009, 2010-2011, 2012 йылғы һәм унан өлкәнерәктәрҙең һәр сығышын етди баһалаған. Ә иң-иңдәргә бик үҙенсәлекле бүләктәр – кубок, дипломдар та