Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Урал ҡыҙы Шәйнурова төп эшен йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән бер рәттән һөҙөмтәле алып бара. Ул – эшлекле ҡатын. Әлфиә Урал ҡыҙына ҡарап, ҡайһы саҡта уйлап ҡуяһың: ҡасан ул барыһына ла өлгөрә, нисек барыһын да еренә еткереп эшләй? Һәр саҡ һәр мәҙәни-ижтимағи сараларҙың үҙәгендә, барыһы ла сифатлы, маҡсатлы, һөҙөмтәле үтһен өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. Сығышы менән Әлфиә Шәйнурова – Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан. Тәтешле районына килен булып төшкән һәм ошо ергә ереккән: уны Тәтешле еренең әүҙем, маҡсатлы, хөрмәтле етәксеһе һәм иң сағыу ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, тип беләләр. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһында ла уның эштәре уңышлы бара. Быға тиклем райондың халыҡты социаль яҡлау бүлегендә эшләгән, артабан Тәтешле районының мәшғүллек үҙәгенә етәкселек иткән. Әйткәндәй, «Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең иң яҡшы директоры» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүсеһе лә ул. Райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһында иһә Әлфиә Урал ҡыҙы биш йыл эшләне. Ул бында ла үҙен белемле, юғары квалификациялы етәксе итеп күрһәтте, райондың мәҙәни мөхитен һаҡлау һәм үҫтереүгә лайыҡлы өлөшөн индерҙе. Йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә килгәндә, егерме йыл дауамында ул Тәтешле районының ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы булып тора, төрлө йылдарҙа ойошма секретары, рәйес урынбаҫары, рәйесе вазифаларын биләй. Республикала Бала хоҡуҡтары вәкиле булдырыуҙың тәүге көндәренән алып, ул вәкилдең йәмәғәт ярҙамсыһы булып тора, 15 йылдан ашыу территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы. 2019 йылдың мартынан әлегә тиклем Әлфиә Шәйнурова Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡара. Әлфиә Урал ҡыҙы үҙенең вәкәләттәренә һәр саҡ намыҫ һәм яуаплылыҡ менән ҡарай. Ул бер яҡтан үҙ аллы ҡарар ҡабул иткән етәксе булһа, икенсе яҡтан, командала ла эшләргә һәләтле шәхес, етәкселәр менән дә, ябай хеҙмәткәрҙәр менән еңел генә уртаҡ тел таба, коллективта яҡшы психологик климат булдырып, эште ойоштора белә. Ижади ҡарашлы булыуы, юғары профессионаллеге һәм тиҙ арала ҡарар ҡабул итә белеүе менән айырылып тора. Тәтешлеләр йыш ҡына төбәктә күләмле саралар үткәрә, унан тыш республика һәм Рәсәй кимәлендәге төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Әлфиә Урал ҡыҙы етәкселегендә Тәтешле районы өс йыл дауамында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре рәтенә сыҡты: 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса – Шулған ауылы өсөнсө урын, 2021 йылда удмурт халҡы йәшәгән Түбәнге Балтас ауылы беренсе урын, ә 2022 йылда Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуған ауылы Иҫке Күрҙем икенсе урынды яуланы. Ауылдарҙа алкоголгә ҡаршы, айыҡ тормошто пропагандалау буйынса ҙур эштәр алып барыла. Әлфиә Урал ҡыҙы башланғыстары менән Тәтешлелә “Айыҡлыҡ биләмәһе”(“Территория трезвости”) төбәк-ара форумы, “Айыҡ аҡыл” төбәк-ара фестиваль-марафоны ойошторолдо. Бына шундай маҡсатлы, булдыҡлы етәксеһе бар Тәтешле төбәгенең. Ғөмүмән, Әлфиә Урал ҡыҙы һәр яҡтан килгән. Ғаиләһендә ул һөйөклө ҡатын, улы Руслан һәм ҡыҙы Зарина өсөн хәстәрлекле әсәй ҙә. Нәфислеге, зауыҡлылығы менән иһә ул төбәктәге күп ҡатын-ҡыҙҙарға өлгө булып тора. Гөлзада Харисова әҙерләне. Фотолар геройҙың шәхси архивынан.