Башҡортостан Республикаһында 2019 – 2024 йылдарҙа авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү буйынса ғәмәлдә булған адреслы программа ваҡытынан алда тамамланды, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. Программа Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы сафҡа ингән. Уға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренә 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡ фондын бөтөрөү өсөн финанс ярҙамы күрһәтелде. - Авариялы торлаҡ фондынан граждандарҙы күсереү – Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан ҡуйылған төп мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостан ваҡытынан алда, 2023 йылға тиклем, 2025 йылға тип иҫәпләнгән программаны тамамамлау тигән йөкләмәне алғайны һәм уны уңышлы үтәне. Адреслы программаға ярашлы, 60,9 мең квадрат метр авариялы торлаҡтан кешеләр күсерелде. 210 күп фатирлы йорттан 4