Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Мәмбәтова Лариса Рәшит ҡыҙы 17 йылдан ашыу райондың мәҙәниәт өлкәһенә етәкселек итә. Ул төбәк мәҙәниәтен үҫтереүҙә, уның үҫешендә мөһим роль уйнай; үҙ һөнәрен яҡшы белгән талантлы остаз булыуы, оҫта етәкселек итә белеүе менән дә район халҡы араһында абруй ҡаҙанған. Эшкә яуаплы ҡарауы, тырышлығы, һәр ваҡыт яңылыҡҡа ынтылыуы, матур кешелек сифаттары менән дә хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған ул. Тынғыһыҙ етәксе хаҡлы рәүештә "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемен йөрөтә. Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында Лариса Рәшит ҡыҙы 2005-2009 йылдарҙа эшләгән. 2021 йылдан иһә был эшкә яңы һулыш менән тотонған һәм бөгөнгәсә йәмәғәтселек эшендә ҡайнап йәшәй. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләү йылдарында уҡ башҡорт телен, мәҙәниәтен, йолалаларын һаҡлап ҡалыуға, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә ҙур өлөш индергән етәксе ҡоролтай эшенә тотонғас, был йүнәлештәге эшмәкәрлек тағы ла нығыраҡ йәнләнә төштө, тиҙәр төбәктә. Традицион сараларҙан тыш, хәйбуллалар урындағы ерлеккә генә хас төрлө саралар ойоштора башланы. Мәҫәлән, быйыл Аҡъярҙа һабантуй ваҡытында илдә иң ҙур ҡорот эшләү буйынса яңы рекорд ҡуйылды. 442,6 килограмлыҡ милли ризыҡты Рәсәйҙең Рекордтар китабы эксперты теркәне. Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың ижадына арналған “Рух яҙыуы” телевизион проекты биш йыл дауамында уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Райондың "Ағинәйҙәр” хәрәкәте эшмәкәрлеге республикала иң әүҙем эшләгәндәрҙең береһе, ирҙәр ҡоро, аҡһаҡалдар ҡоро йылдам тергеҙелә. Һуҡма шәл, кейеҙ баҫыу кәсептәре лә тергеҙелгән. “Вәзәм ауылы һуҡма шәлдәре” клубы республика бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындарҙы яулай. Сит өлкәләргә һәм республика сиктәренә сығып, ҙур сараларҙа булып, һуҡма шәлдең данын тараттылар. Күрше өлкәлә йәшәүсе милләттәштәр менән дә тығыҙ бәйләнеш булдырылған. 2022 йылда Ырымбур өлкәһенең Новотроицк ҡалаһында һабантуйҙа башҡорт халҡының тормошон, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, көнкүрешен сағылдырҙылар. Байрамда ир-егеттәр милли көрәш, буй бағанаға менеү, арҡыры бағанала ҡапсыҡтар менән бәрешеү, ҡатыҡҡа баш тығыу кеүек башҡорт уйындары булһа, ә ҡатын-ҡыҙҙар һыу, йомортҡа ташып, ҡапсыҡ кейеп йүгереп, оҫталығын күрһәтте. Башҡорт рухынан ғына торған концертта бүләк иттеләр. Шулай уҡ район күләмендә үткәрелгән “Ете ҡыҙ”, “Үҫәргән батыры”, “Йәш сәсәндәр” проекттары йәш быуынды ата-бабаларыбыҙҙың мираҫын һаҡлап, тәрбиәләүгә ҡоролған. “Алтын мираҫ” башҡорт фольклор коллективтары араһында район бәйгеһе лә гөрләп үтте. Районда оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар араһында “Ҡәҙриә” милли кейемдәрҙе тергеҙеү клубы ла бик әүҙем генә эшләп килә. Башҡорт милли кейеме оҫталарының “Таҡыя” халыҡ-ара бәйгеһендә Аксәскә Әбделмәнова һәм Нәфиә Ҡәйепова финалға үтте, диплом һәм бүләктәр менән билдәләнде. Халыҡсан йыйын – милли кейем парады йылда район һабантуйҙарының сағыу бер өлөшөнә әйләнә. Лариса Рәшит ҡыҙының Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек итә башлағандан һуң хәйбуллаларҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ике йыл рәттән беренсе, икенсе урындарҙы яулауы ла күпте һөйләй. Ҡоролтайҙың мәҙәниәт, мәғариф, йәмәғәт, район һәм урындағы хакимиәттәр менән берлектәге тығыҙ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй был ҡаҙаныштар. Йәмәғәт ойошмаһының эшендә йәш­тәр­ҙең әүҙем ҡатнашыуын, уларҙың һорауҙарына, борсоған мәсьәләләргә өлкән быуын ҡатын-ҡыҙҙары яуап бирергә, бергәләп яуап эҙләргә әҙер булыуы ла ҡыуаныслы. Район ҡоролтайының эшмәкәрлегендә проекттар буйынса йәштәрҙең әүҙемлеген, бөгөнгө быуындың һау-сәләмәт йәшәүенә, рухи асылына ҡайтыуына ыңғай йоғонто яһауын да билдәләп үтергә кәрәк. Лариса Рәшит ҡыҙы, Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, райондың барлыҡ йәмғиәт ойошмалары һәм мәғариф өлкәһендәге ойошмалар менән эшлекле бәйләнеш булдырған, башҡорт халҡы мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүҙә, йолаларҙы пропагандалауҙа, балалар күңелендә башҡортлоҡ рухын уятыуҙа, телгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша, ерлекле фольклорҙы тергеҙеүҙә ҙур эштәр башҡара. Киләсәккә лә Лариса Рәшит ҡыҙы етәкселегендәге район ҡоролтайы яңы проекттар, уй-ниәттәр менән янып йәшәй һәм һис шикһеҙ, һөҙөмтә буласаҡ. Г. Рәсүлева әҙерләне. Фотолар геройҙың шәхси архивынан.