Заман башҡа, заң башҡа, тиһәләр ҙә, бер ҡасан да үҙҡиммәтен юғалтмаған мәңгелек төшөнсәләр бар. Шундайҙарҙың береһе – Тыуған илде һаҡлау. Ниндәй генә осорҙо алмайыҡ, халҡыбыҙ ғәзиз тыуған ерен һаҡларға, яҡларға ынтылған. Бөгөн дә яугирҙәребеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. - Илебеҙ тыныслығын, балаларыбыҙҙың киләсәген һаҡлау – һәр ир-егеттең изге бурысы,- ти махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, позывнойы “Ярмух” булған яҡташыбыҙ. Ул – сығышы менән Ҡырмыҫҡалы ауылынан. Махсус хәрби операция зонаһына китер алдынан Ҡырмыҫҡалы ауылының 81-се янғын һүндереү часында эшләй. Өйләнгән, ҡатыны менән ике малай үҫтерәләр. “Ярмух” быйыл июндә илебеҙҙең Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй. Яугир арҙаҡлы Таһир Күсимов исемендәге мотоуҡсылар батальонына эләгә. Унда дүрт ай була һәм хәрби әҙерлек үтә. Артабан ул Даян Мурзин исемендәге батальонға күсерелә. - Минең махсус хәрби операция зонаһында тыныслыҡ, нацизмға ҡаршы көрәшкән яҡташтарыбыҙ араһында булыу теләгем ҡаты һәм аныҡ ине. Еребеҙҙ