Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Кадет"тың улы тыуған!

Ҡырмыҫҡалы районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан взвод командиры, «Кадет» позывнойлы яугирҙең беренсе балаһы донъяға килгән. Сабайын күреү өсөн ул ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан. Йәш ғаилә илдә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын тигән яҡшы ниәт менән улдарына бик матур һәм мәғәнәле Замир тигән исем ҡушҡан. Беренсе документты һәм балаға бүләкте тапшырып, райондың ЗАГС бүлеге начальнигы Елена Ғәбитова йәш атайға хәрби бурысын яҡшы үтәгән кеүек, улын тәрбиәләүҙә һәм ғаиләһенә ярҙам итеүгә ҡуйылған бөтә бурыстарҙы ла «бишле»гә башҡарып сығыуҙарын теләне. Беҙ ҙә йәш ғаиләнең ҡыуаныстарын уртаҡлашабыҙ һәм Замирҙың һау-сәләмәт, ата-инәле булып үҫеүен теләйбеҙ. Фото: "Башинформ"