Тамъян Мусин Белорет ҡалаһында 20-се мәктәптә II кадет класында белем ала. Ул балалар баҡсаһында йөрөгәндә үк үҙен һәләтле бала итеп күрһәтә. Әле лә район-ҡала кимәлендә үткәрелгән сараларҙа, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, ата-әсәһен уңыштары менән ҡыуандырып тора. Әле һыуыҡтарҙа өйҙә ултырған саҡта "Бәйләнештә"ге төркөмөндәге сәхифәһендә йырҙар яҙҙырып һала. "Тышты 40 градус һыуыҡ булһа ла бошонмайым", - ти ул. Әйткәндәй, репортажды бик оҫта алып бара - йәш блогер үҫеп килә. Русса ла, башҡортса ла һөйләшә һәм йырҙар башҡара. Яңыраҡ "Шайморатов генерал" йырын социаль селтәргә һалды. Тик уны "башҡорт халыҡ йыры" тип әйтә. Ысынлап та, был легендар йыр күптәр тарафынан халыҡ йыры итеп ҡабул ителә. "Шайморатов генерал" йырын 1942 йылда Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған. Тамъян да үҫә биргәс, был хаҡта белер. Иң мөһиме - баланың уны яратып йырлауы, илһөйәрлек тәрбиәһе алыуы. Фото: скриншот. Тамъян Мусин видеояҙмаһы.