БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яңы эш башлаған үҙмәшғүлгә дәүләт ярҙамы күрһәтелеүе тураһында яҙҙы. "Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Әлиә Хәмитова тураһында һөйләгем килә. Ул - костюмдар буйынса рәссам, кейем тегеүгә һөйөүе бала саҡта уҡ барлыҡҡа килгән, бала ҡарау буйынса декрет ялында булғанда ошо йүнәлештә үҫешә башлаған. Тәүҙә эшләй һәм өйгә заказдар ҡабул итә, ләкин һәр ваҡыт профессиональ ҡорамалдар тураһында хыяллана. Оҙаҡламай Баймаҡ районының мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп, «Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра башлауға булышлыҡ итеү» программаһы хаҡында белеп ҡала. Әлиә унда ҡатнашырға ҡарар итә һәм хыялын тормошҡа ашырыу өсөн 153 мең һум самаһы аҡса ала. Бүленгән аҡсаға ул сәнәғәт машинаһы, оверлок, фурнитура, төрлө туҡымалар һатып алған, һуңғараҡ, бинаны ҡуртымға алып, Сибайҙа үҙенең кейем-һалым студияһын асҡан. Әлиәнең үҙенсәлеге - музей өлгөләре буйынса этник стилдә сәхнә костюмдары һәм кейемдәр тегеү. Әлегә Әлиә үҙмәшғ