Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Иртәгә Өфөлә Родион Газманов һәм "йондоҙҙар" йырлаясаҡ

10 декабрҙә “Торатау” конгресс-холының концерт залында Ватан Геройҙары көнөнә арналған концерт була. Унда “Шишмәләр” патриотик йыр проектының онлайн-тауыш биреү еңеүсеһе – Башҡортостандан Олеся Спиридонова сығыш яһай. Концерт проекттың беренсе миҙгел финалсыларының Рәсәй төбәктәре буйлап гастролдәрендә старт нөктәһе буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Стәрлетамаҡ районынан Олеся Спиридонова Һәм уның ире Владимир Денисов “Шишмәләр” Бөтә Рәсәй конкурсында халыҡ тауыш биреүендә еңеүсе булды. Олеся Спиридонова башҡарған “Ишетәһеңме” (“Слышишь”) йырының тыуыу тарихы бик тулҡынландырғыс. Ҡыҙ уны махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәткә саҡырылған иренә бағышлай. Бөтә ил буйынса тыңлаусыларҙа ҡыҙға ышаныс тыуа, һөйөү уяна, һәм улар уға үҙ тауыштарын бирә. 15 сентябрҙә Олеся Һәм Владимир конкурстың финалында бергә сығыш яһай һәм тағы ла еңеү яулай. Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең иң әүҙем тауыш биреүсе төбәге тип танылды. “Шишмәләр” командаһы тап беҙгә тәүге гастролдәргә юлланасаҡ. Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов идеологы һәм художество етәксеһе булған “Шишмәләр” милли патриотик йыр проекты 2022 йылдың 4 ноябрендә Пятигорскиҙа старт ала. Проект сиктәрендә йыл һайын “Шишмәләр” патриотик йыр конкурсы үткәрелә, уның маҡсаты – йыр авторҙарының һәм башҡарыусыларҙың яңы исемдәрен асыу, уларҙы Рәсәй эстрадаһында яңы “йондоҙҙар” сифатында танытыу; Рәсәй йыр контенты кимәлен күтәреү; яңы патриотик тулҡын булдырыу, бер үк ваҡытта уны проектта ҡатнашыусыларҙың ижади потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн дә файҙаланыу. Олег Газманов, проекттың идеологы һәм художество етәксеһе: “Беҙ ижади экосистема булдырабыҙ, унда илебеҙҙең бөтә мөйөштәренән талантлы кешеләр музыкаль берләшмәне изгелек, дөрөҫлөк, сикһеҙ Ватаныбыҙға һөйөү тураһында яңы йырҙар менән тултырыу өсөн осраша". Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла, проектты ойоштороусы – “Мөмкинлектәр тигеҙлеге” хәйриә фонды. Проекттың генераль продюсеры – “Мөмкинлектәр тигеҙлеге” хәйриә фонды президенты Елена Ульянова. "Был проекттың үҙенсәлеге, – тип иҫәпләй ул, – тәү сиратта, ул Рәсәй төбәктәренән талантлы музыканттарға үҙҙәрен күрһәтеү генә түгел, ә артабан да үҙҙәренең ижади потенциалын бөтөнләй яңы кимәлдә тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк”. Беренсе конкурс һигеҙ ай эсендә Рәсәйҙең 75 төбәгенән – шул иҫәптән яңы биләмәләрҙән 11 мең ғариза йыйҙы. Конкурс түбәндәге номинацияларҙа үтә: “Иң яҡшы башҡарыу”, “Иң яҡшы йыр тексы”, “Иң яҡшы музыка”, “Иң яҡшы аранжировка”, “Иң яҡшы йыр”, “Халыҡ тауыш биреүе”. Концерт программаһында 10 декабрҙә Родион Газманов һәм “Шишмәләр”ҙең йондоҙло составы: Светлана Кашина, Мөхтәр Хордаев, Олеся Спиридонова һәм Владимир Денисов, Дмитрий Клычков, Ирина Ламали, Андрей Романов, Лада Дениз, Александр Гузко, Алексей Алексеев-Скрипач, Алена Минулина, Александр Дегтярев, Максим Резниченко, “Вместе” төркөмө” һәм Сергей Вахрушев сығыш яһай, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының “Тауыш” вокаль проекты. Концерт 18:00 сәғәттә башлана. Фото:Евгений Волков, VK