Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡый

Тамерлан Айсар Улы Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге урындағы мәктәптә уҡый. Армиянан һуң 2014 йылда контрактҡа ҡул ҡуя һәм Сүриәлә һәм Тажикстанда зенит ракета ҡоролмаһының хәрби расчеты командиры булып хеҙмәт итә. 2022 йылдың февраленән үҙенең подразделениеһы составында Украинаның көнсығышында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылдың июлендә һауанан обороналау буйынса дежурҙа булғанда алыш башлана. Тамерлан Илһамовтың оҫта эшмәкәрлеге, шул уҡ ваҡытта ут аҫтында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы, ҡул аҫтындағы һалдаттар менән дөрөҫ етәкселек итеү һөҙөмтәһендә дошмандың туғыҙ ракетаһы юҡ ителә. Хәрби комплектты тотоноп бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияһын үҙгәртергә ҡарар итә. Был мәлдә ике ракета уларға тейә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, әммә үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, бөтә подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. 2022 йылдың 1 авгусында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Геройҙың Алтын Йондоҙон әсәһенә тапшырҙы. Тамерлан Илһамов уҡыған Әбйәлил районының Асҡар ауылы гимназияһы фасадына уның хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Ошо көндәрҙә Тамерлан Айсар улы 2004-2009 йылдарҙа уҡыған Ҡусҡар мәктәбендә Рәсәй Геройы иҫтәлегенә таҡтаташ асҡандар һәм Герой партаһын булдырғандар. "Герой улыбыҙҙы барыбыҙ ҙа матур хәтирәләр менән бер минут тын ҡалып, аят бағышлап, иҫкә алдыҡ. Улыбыҙҙың йәне йәннәттә булһын. Геройыбыҙ исеме быуаттар аша ла онотолмаҫ, Тамерланыбыҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ! Герой улыбыҙға мәңгелек дан! Батырҙар үлмәй!" – тип социаль селтәрҙә яҙған ветеран уҡытыусы Мөнирә Кирәева уҡыусыһы тураһында. Шулай уҡ Герой тураһында Сафиулла Ғайсиндың "Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡы" исемле китабы донъя күргән. Бер кем дә батыр булып тыумай, әммә ғүмерен Тыуған иленә, халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған илһөйәрҙәр батырлыҡ ҡыла. Иҫтәлекле дата тарихы. 9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Был иҫтәлекле дата 2007 йылдың 28 февралендәге "Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында" Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында" федераль закон менән раҫлана. Был байрам – иң абруйлы дәүләт наградаларына – Советтар Союзы, Рәсәй Федерацияһы Геройҙары исемдәренә, Дан һәм Изге Георгий ордендарына лайыҡ булғандарға юғары дәүләт һәм йәмәғәт хөрмәте. Иҫтәлекле дата императрица Екатерина II хакимлығы осорондағы мөһим ваҡиғаға тура килә: 1769 йылда Рәсәй юғары Хәрби наградаһы – Изге Георгий Победоносец ордены булдырылған. Ул осорҙа орден менән һуғыштарҙа һәм алыштарҙа батырлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәткән офицерҙар һәм генералдар бүләкләнә. Фото сығанағы: glavarb.ru, Башинформ, ye102.ru һәм социаль селтәрҙәге төркөмдәр.