Июндә Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан Степан Беловҡа 28 йәш тулды. Әммә ул - күптән инде Рәсәй Геройы. 2022 йылдың декабрендә ил Президенты Владимир Путин ҡулынан "Алтын Йондоҙ" миҙалын алды. Былтыр ул иптәштәре менән бер алышта дошмандың 20 танкыһын, туғыҙ БМП-һын юҡ иткәйне. Яугир ике Ҡаһарманлыҡ ордены, Суворов һәм "Хәрби хеҙмәттәре өсөн" миҙалдары менән бүләкләнгән, бурысын яҡшы үтәгәне өсөн ваҡытынан алда гвардия капитаны дәрәжәһенә лайыҡ булған. Ҡазан юғары танк училищеһын тамамлаған егет 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итә. Быйыл мартта ул ялға ҡайтып, шифаханала һаулығын нығытып китте. Шул осорҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашты. Минең дә Рәсәй Геройы менән бик тә күрешеп һөйләшкем килгәйне. Уға шул теләгемде еткергәс, һанаулы ғына ял көндәре ҡалыу сәбәпле, "махсус хәрби операция тамамланғас, осрашырбыҙ", тине. Фотоһүрәттәрҙә ҡаҡса малай кеүек кенә күренгән Степандың тауышы шул тиклем олпат, көр икәнен ишетеп ғәжәпләндем. Ун