Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан предприятиелары консультацияға саҡырыла

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 14 декабрҙә 12:00 сәғәттән 14:00 сәғәткә тиклем (урындағы ваҡыт буйынса) “Ҡаҙағстан: үҙ-ара сауҙаның үҫеш нөктәләре” халыҡ-ара консультацияһы үтәсәк, уның сиктәрендә “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең Ҡаҙағстандағы вәкиллеге етәксеһе Олег Печенкин Рәсәйҙең сеймал һәм энергетик булмаған экспортының ағымдағы структураһы һәм потенциалы, Ҡаҙағстан баҙарында үҫештең перспективалы йүнәлештәре, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте тәьмин итеү үҙенсәлектәре һәм Рәсәй тауарҙарын Һәм хеҙмәттәрен алға ебәреү алгоритмдары тураһында һөйләйәсәк. – Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың үҙ-ара килешеп эш итеүе тауар әйләнеше күрһәткестәренең артыуында сағылыш таба. Мәҫәлән, быйыл тәүге өс кварталда ул 2022 йылғы күрһәткестәрҙән 2,8 процентҡа артҡан, шул уҡ ваҡытта экспорттың 3,4 процентҡа артыуын да билдәләйбеҙ, ул дөйөм тауар әйләнеше күләменең 80 процентын тәшкил итә. Рәсәй экспорт үҙәге консультациялары ярҙамында беҙҙең эшҡыуарҙар Ҡаҙағстан уҙаҡташтары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге һәм Ҡаҙағстан баҙарына сығыуҙың иң һөҙөмтәле юлдары буйынса ҡиммәтле мәғлүмәт ала ала. Шулай уҡ Башҡортостан компаниялары Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы республикабыҙ вәкиленә үҙ продукцияһын Ҡаҙағстан баҙарына сығарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Консультация сиктәрендә шулай уҡ Ҡаҙағстан компаниялары менән етештереү һәм сауҙа кооперацияһы мөмкинлектәре, берлектәге предприятиелар булдырыу мәсьәләләре, шулай уҡ тышҡы иҡтисади килешеүҙәрҙе түләү-финанс оҙатыу үҙенсәлектәре ҡараласаҡ. “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте вәкиле (РЭЦ АО) Республика экспорт үҙәге (РИЦ) төркөмөнә финанс булмаған, кредит-гарантия һәм страховка ярҙамы инструменттары һәм уны Ҡаҙағстан компаниялары менән һөҙөмтәле үҙ-ара хеҙмәттәшлек өсөн файҙаланыу перспективалары тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашасаҡ. Мәҫәлән, сит ил һатып алыусылары тарафынан бер тапҡыр бирелә торған экспорт контракттары йәки кисектерелгән түләүле контракттар буйынса түләмәү хәүефенән страховкалау, һатып алыусылар эҙләү, маркетплейстар һайлау, экспорт контракты буйынса аванс түләүҙе кире ҡайтарыу гарантияһы, экспортерҙың түләү йөкләмәләрен тәьмин итеүгә түләү гарантияһы һәм башҡалар. Сарала ҡатнашыу өсөн һылтанма буйынса “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте сайтында һылтанма буйыса (ссылке) алдан теркәлеү талап ителә. Һорауҙар тыуғанда “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең контакт үҙәгенә 8-800-550-0188 телефоны, шулай уҡ электрон почта аша мөрәжәғәт итергә мөмкин info@exportcenter.ru. Белешмә: Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2020 йылдың 21 июлендәге 474-се Указы менән билдәләнгән “Лайыҡлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәт һәм уңышлы эшҡыуарлыҡ” милли маҡсаты сиктәрендә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыла, уның маҡсаты - 2030 йылға сеймал булмаған энергетик булмаған тауарҙар экспортының 2020 йыл менән сағыштырғанда 70 проценттан кәм булмаған реаль үҫешен тәьмин итеү. Маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” һәм “Халыҡ-ара кооперацияны һәм экспорт”ты үҫтереүҙең системалы саралары федераль проекттары сараларын тормошҡа ашырыу иҫәбенә планлаштырыла. “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәте сеймал булмаған экспортҡа ярҙам итеү дәүләт институты, Рәсәй экспортерҙарына финанс һәм финанс булмаған ярҙам сараларының киң спектрын күрһәткән компаниялар төркөмөн берләштерә. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: foreign.bashkortostan.ru