12 декабрҙә VII Бөтә Рәсәй хоҡуҡи (юридик) диктантының йомғаҡлау саралары үтәсәк. Мәғариф акцияһының төп этабына Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә ҡушыласаҡ. Башҡортостанда өс майҙансыҡ эшләйәсәк: Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында, Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтында, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалында. Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт китапханаһы сараның үҙәк майҙансығы буласаҡ. Ғәҙәттәгесә, сәләмләү мөрәжәғәттәре менән күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре сығыш яһаясаҡ. – Быйыл илебеҙ бик мөһим һәм әһәмиәтле датаны – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 30 йыллығын билдәләй һәм, әлбиттә, мәсьәләләрҙең бер өлөшө илдең төп документына арналасаҡ. Республикабыҙҙың ғәҙәттәгесә иң әүҙем ҡатнашҡан төбәктәр иҫәбендә булыуы һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүе ҡыуаныслы. Диктант йомғаҡтарын һәр ваҡыт анализлайбыҙ һәм профессиональ юристарҙың мәғрифәтселек эшен ҡайҙа һәм ниндәй өлкәләрҙә камиллаштырырға, ғәмәлдәге хоҡуҡ нормаларын киң йә
Рәсәй Конституцияһы буйынса белемегеҙҙе тикшерә алаһығыҙ
9 декабря 20239 дек 2023
2 мин
