Найти тему
Башҡортостан гәзите

Үҙегеҙгә оҡшаған проекттарға тауыш бирегеҙ

Республика халҡы “Иң яҡшы коммерцияға ҡарамаған ойошма”, “Иң яҡшы проект”, “Иң яҡшы тәҡдим” номинацияларындағы ғаризаларға тауыш бирә ала (проголосовать). – Тауыш биреүҙә бөтә республиканан 48 проект ҡатнаша. Оҡшаған проект өсөн тауыш биреп, конкурсанттарға уның үҙенсәлекле башланғысын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирәбеҙ, – ти “Берҙәм Рәсәй” пиртияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов. Тауыш биреүҙә бер генә тәҡдимде, проектты йәки коммерцияға ҡарамаған ойошманы һайларға мөмкинлеген иҫәпкә алырға кәрәк. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә конкурста ярымфиналға сыҡҡан 27 проект билдәләнәсәк. Исемлек конкурс сайтында заявка өсөн йыйылған тауыштар һаны һәм төбәк йәки урындағы биләмәлә йәшәүселәр һаны нисбәте буйынса ғаризалар рейтингы нигеҙендә төҙөлә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, партия фекерҙәштәре конкурсы ноябрь башында “Берләшмә” форумында старт алды. Уның маҡсаты – иң яҡшы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы һәм Рәсәй халҡына ярҙам итеүгә һәм үҫешенә йүнәлтелгән йәмәғәт проекттары, тәҡдимдәр лидерҙарын асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү. Тауыш биреү 11 ғинуарға тиклем дауам итә, финалсыларҙы һәм еңеүселәрҙе ойоштороу комитеты билдәләй. Йомғаҡ 2024 йылдың февралендә яһаласаҡ. Еңеүселәр үҙҙәренең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын, проектын йәки идеяһын үҫтереүгә, бушлай уҡытыуға һәм депутатлыҡҡа кандидат булыу мөмкинлегенә, киң мәғлүмәт сараларында күрһәтелеүгә, шәхси PR-консультацияларға һәм башҡа күп нәмәләргә өс миллион һумға тиклем ярҙам аласаҡ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: bashkortostan.er.ru.