Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан ауыл хужалығы тауарҙары экспортын 10 процентҡа арттырған

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы тауарын экспортлау” төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Башҡортостан агросәнәғәт предприятиелары һәм хужалыҡтары быйыл ғинуар-ноябрь айҙарында яҡынса 296 миллион һумға аҙыҡ-түлек тауарын экспортлаған. Был күрһәткес уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 10 процентҡа артҡан, 2022 йылдың ғинуар – ноябрендә 269 миллион доллар булған. Экспорт структураһында төп өлөш май тауарҙарына тура килә - 60,7 процент, иген - 14,4 процент, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте тауары - 13,4 процент, май орлоҡтары, спирт, бал - яҡынса 9,6 процент, ит һәм һөт ризыҡтары - 1,9 процент. Быйыл 11 айҙа Башҡортостандан бөтәһе 653,2 мең тонна ауыл хужалығы тауары оҙатылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 1,9 тапҡырға тиерлек күберәк. – Беҙҙең продукцияны төп импортлаусы илдәр араһында Иран Һәм Латвия, Ҡытай тәүге урындарҙа тора, Ҡаҙағстан, Төркиә, Һиндостан, Үзбәкстан һәм Беларусь менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ, уҙаҡташлыҡты үҫтерәбеҙ. Яҡын киләсәктә Ҡытайға тауар оҙатыуҙы арттырырға ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Рәмилә МУСИНА фотоһы.