“Эколаб-Урал” компанияһы Белорет районында, Ирәмәл тауы янында, “Иҙел Башы” йыл әйләнәһендә эшләгән туристик комплексын төҙөргә ниәтләй. Ойошманың генераль директоры Вәсилә Хызырова төбәк Башлығы Радий Хәбировты “Инвестиция сәғәте”ндә ошо проект менән таныштырҙы. Инвестициялар күләме 48,4 милллион һумға баһалана. Компания кемпингтар төҙөүгә 4,7 миллион һум күләмендә федераль грант йәлеп итә, уларға алты ҡунаҡ йорто, мунса комплексы һәм төҙөлөш материалдары һатып алынған. Проектты артабан тормошҡа ашырыу өсөн ерҙе турист комплексы итеп рәсмиләштереү зарур. Объектты 2025 йылға тиклем этаплап төҙөү планлаштырыла. Беренсе сиратты 2024 йылдың майында уҡ файҙаланыуға тапшырырға теләйҙәр. Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Илнур Байегетов фотоһы.