Эре предприятиелар артынан республиканың шәхси эшҡыуарҙары ла сит ил баҙарын үҙләштереүгә юлланды, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Ағымдағы йылда Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары үҙ продукцияһын яҡын һәм алыҫ сит илдәр баҙарына һатыуҙы ярайһы уҡ арттырҙы. Шул уҡ ваҡытта продукцияны экспортлау эре һәм урта предприятиеларҙың ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙарҙың да өҫтөнлөгө булып тора. Ғәҙәттәгесә, төбәктең ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ҡуҙаҡлы иген культураларын, ҡош итен, мал аҙығы өҫтәмәләрен, иген эшкәртеү продукцияһын: он һәм ярма, һөт һәм әсе һөт продукцияһы, балды экспортҡа уңышлы һатыу өсөн сит ил баҙарҙарын асҡан. Шәхси эшҡыуарҙар йылҡы һатыуҙы ла юлға һалған. Ноябрь уртаһында Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре “Цербер” федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы - Евразия иҡтисади союзы предприятиелары реестрына индереү өсөн аттарҙы үҫтереүгә һәм аҫрауға махсуслашҡан Ф.М. Ғәлиуллин