Найти тему
Башҡортостан гәзите

Иғтибар: бөгөн төндә тағы ла нығыраҡ һыуытасаҡ!

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың 9 – 12 декабрь төнөндә Башҡортостандың төньяғында урыны менән көслө һыуыҡтар көтөлә, һауа температураһы –40, –43 градусҡа тиклем түбәнәйә. Мөмкинлек булһа, өйҙә ҡалығыҙ, шулай уҡ юлға ла сыҡмағыҙ. Ололарға һәм балаларға иғтибарлы булығыҙ. Урамға сыҡҡанда йылы һәм ҡат-ҡат итеп кейенегеҙ, сөнки кейемдәр араһында һәр ваҡыт йылылыҡты яҡшы тотоп торған һауа ҡатламдары бар. Һыуыҡта тәмәке тартмағыҙ. Аяҡ-ҡулдарҙың һыуыныуын йәки туңыуын тойһағыҙ, шунда уҡ йылы урынға - магазинға, кафеға, подъезға инегеҙ. Янғын сыҡмаһын өсөн ҡулдан эшләнгән йәки боҙолған электр приборҙарын ҡулланыуҙан баш тартығыҙ. Электр селтәренә артыҡ көс төшөрмәгеҙ. Утлы яғылған мейесте һәм мунсаны иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Көслө һыуыҡтарҙа мейестәрҙе оҙаҡ ваҡыт яғалар, һөҙөмтәлә уларҙың айырым өлөштәре ярыла. Әгәр был ярыҡтар ағас стена йәки мебель менән тоташҡан урында булһа, янғын сығасаҡ. Үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ! Мәғлүмәт сығанағы: mchsrb. Нәсих Хәлисов фотоһы.