Найти тему
Башҡортостан гәзите

Уйындан уймаҡ сыҡмаһын

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан балалар нимә генә йотмаған: шариктар тәңкәләр, уйынсыҡтар, наушниктар. Табиптар билдәләүенсә, йотолған тәңкә ашҡаҙандың бүлгеләрендә тороп ҡала, ҙур зыян килтерә. Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында йәш ярымлыҡ баланың ашҡаҙанында бер һумлыҡ тәңкә булыуын асыҡлағандар. Бала шунда уҡ Республика балалар-клиник дауаханаһына ебәрелә. Аҡсаны эндоскопик ысул менән сығаралар. Өфө ҡалаһының “Ашығыс ярҙам” клиникаһына йәйгеһен өс йәшлек баланы алып киләләр. Был юлы бәпес нумизмат олатаһының ҡиммәтле коллекцион тәңкәһен йота. Был юлы ла тәңкә бәпескә ҙур зыян килтереп өлгөрмәй. Үкенескә, балалар магнитлы шариктарҙы витамин урынына күреп йотоуы ихтимал. Ғәҙәттә, бер-бер артлы бер нисәне йоталар. Улар ашҡаҙанда бергә ҡушылып, ҙур зыян килтереүе ихтимал. Бындай осраҡ апрель айында 17-се дауаханала теркәлә. Ете йәшлек магнитлы конструкторҙың бер нисә элементын йота. Табиптар һуҡыр эсәктән магниттарҙы аппендэктомия ысулы менән сығара. Бәләкәй пациент өсөн был иң ҡулайлы алым була. Май айында иһә дүрт йәшлек бала алты магнит шаригын йотоп, дауаханаға эләгә. Уларҙы табиптар эндоскоп ярҙамында сығара. Табиптарҙың тәжрибәһендә бындай осраҡтар бихисап. Ата-әсәләргә иғтибарлы булырға кәрәк. Ә бала нимәнелер йотһа, белмәй ҡалыуың да бар. Был осраҡта түбәндәге симптомдарға ҡарағыҙ: ҡоҫа, ныҡ тирләй; эсе ауыртыуға зарлана; ашамай; ярауына иғтибар итергә кәрәк. Ҡан булһа, шунда уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк. Йылайыр районынан блогер, уҡытыусы Зөлфирә Таһирова социаль селтәрҙәрендәге яҙмаһында тап ошоға оҡшаш хәл тураһында бәйән итә. “Бәләкәй саҡта танауығыҙға берәй ярамаған нәмә тыҡҡанығыҙ булдымы? Мин ике танау тишегенә лә таш тыҡҡайным. Ситенә генә индереп ҡарайым тигәнсе, тын алғайным, инде лә китте. Уй ҡыйын икән. Тын етмәй, тарыға. Атай менән әсәйҙән ҡурҡыта бит инде, шуға үҙем алам да ҡуям тип бармағымды тыҡҡайным, төпкәрәк китте. Шөрләһәм дә, иң беренсе әсәйгә күрһәттем. Ул мультиктағы геройҙар кеүек "зырррррр" итеп ул яҡҡа, "зыррррр" был яҡҡа йүгерә башланы. Нимә алып, нимә ҡуйырға белмәй. Һөҙөмтәлә, сыуылдап, илай-илай әрләп, минең бер-икене елкә төпкә эләктереүҙән артыҡ китә алманыҡ. Шунан атайҙың эштән ҡайтҡанын көтөргә булдыҡ. Атай ҡайтты ла тыныс ҡына итеп ҡараны ла: "Ну, Зөбәәәй, (минең ҡушамат) ҡулың ҡысып ҡына торалыр инде һинең боҙоҡ боҙорға", тине. Шунан теге тимер һандығын һөйрәп сығарҙы ла шалдырлатып бер инструмент алды. "Атай, ул нимә ул?"- тип һорайым ҡот оса-оса. Баяғы һандыҡ тулы скальпель, танауымды ҡырҡып ҡуймаһын тейем. Атай: "Был малдың осаһы ҡортлаһа, соҡой торған пинцет була, хәҙер мин шуның менән һинең танауыңды соҡойом!"- тей бит инде. Мин сикәнеп киттем:"Атай, уны йыуҙыңмы ул?"- тейем. "Юҡ, нишләп йыуайым, башҡа танауыңа теләһә нәмә тултырып ултырмаҫҡа яҡшы булыр!"- ти. Мин ерәнеп ике күҙҙән ике бөртөк йәш һығып төшөрҙөм. Атай может йәлләп йыуыр тип уйлап инде. "Атай, йыу сәле!"- тип мышҡылдайым. "Тик ултыр!"- тип атай килеп бер ҡысҡырып ебәрҙе. Маташа торғас, баяғы таштар килеп сыҡты. Танау ҡанап китте. Мин һаман баяғы һыйыр осаһы тураһында уйлап ултырам:"Атай, теге анау нәмә таҙа инеме ул?"- тип тағы һораным. "Һинең битеңдән таҙалыр әле ул!"- тине лә сығып китте. Шунан, әсәй, таҙа, таҙа, атаң ҡайната бит уларҙы ныҡ итеп, тип йыуатып ҡуйҙы. Яңыраҡ Арыҫлан:"Әсәй, ҡолаҡта әллә нимә мәшәҡәтләй, ҡара әле", - тигәс, ҡолағына фонарик яғып ҡуйып тороп ипләп кенә соҡоғайным, бер бойҙай бөртөгө килеп сыҡты. Ҡап-ҡара төҫкә инеп киткәнсе. "Йәй көнө ҡошҡа бойҙай бешергәндә, Арсен менән һибешкәйнек, шунда ҡолаҡҡа эләккәйне",- тейсе. Йәйҙән бирле ятҡан шунда. "Әрәм-шәрәм итеп нишләп һибешәһегеҙ ул", - тип борҡолдатып алдым. "Тауыҡтар сүпләне уны", - ти Арсен. Кемгә оҡшап был балалар шулай икән?” – тип яҙа Зөлфирә Таһирова. Ә һеҙҙең бала саҡта ошондай ҡыҙыҡ һәм ҡыҙғаныс хәлдәр булдымы? Фото: Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән алынды.