Найти тему
Башҡортостан гәзите

Башҡортостан "Аҡ китап"ҡа инде

Башҡортостан Республикаһының конкурентлыҡ сәйәсәте, иҡтисади ҡеүәтте үҫтереү һәм 2022 йылда уңайлы эшҡыуарлыҡ мөхитен булдырыу өлкәһендәге иң һөҙөмтәле алымдарын Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт «аҡ китап»та билдәләне. «РУБИН: ИРД оҙатыу» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының функцияларын киңәйтеү буйынса республика тәжрибәһе уңышлы тип танылды. Үткәрелгән саралар түбәндәге мөмкинлектәрҙе бирҙе: - инженер селтәрҙәрен проектлау өсөн рөхсәт документын алыу ваҡытын 8-10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға (трассаның оҙонлоғона ҡарап); - линия объекттарын төҙөү өсөн кәрәкле документтарҙы алыу ваҡытын 10 эш көнөнә тиклем ҡыҫҡартырға; - республикала бизнесты алып барыу процедураларын ябайлаштырыу һәм Рәсәй субъекттарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәреүҙең маҡсатлы моделдәрен индереү буйынса саралар планын («юл карталарын») тормошҡа ашырыуға ирешеү; - үҙ-ара электрон эш итеүҙе тәьмин итергә. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22495/