Найти тему
Башкортостан 24

“Өфө ваҡыты” 7 декабрь: шәжәрә менән Мәскәү ҡыҙыҡһына

   “Өфө ваҡыты” 7 декабрь: шәжәрә менән Мәскәү ҡыҙыҡһына
“Өфө ваҡыты” 7 декабрь: шәжәрә менән Мәскәү ҡыҙыҡһына

Шәжәрә менән Мәскәү ҡыҙыҡһына, әммә Өфөнөң энциклопедияһы юҡ.

“Башҡортостан 24” муниципаль телевизион каналының кесаҙна сығарылышы Өфөлә йәшәүсе билдәле шәхестәрҙең шәжәрәләрен төҙөүгә арналды. Баш ҡаланың 450 йыллығына республиканың Милли архивы “Минең шәжәрәм” конкурсын иғлан иткән. Балалар һәм студенттар араһында уҙғарылған ярыш маҡсаты – Башҡортостан, Өфө данын донъяға танытҡан сәнғәт, сәнәғәт, мәғариф вәкилдәренең тамырҙарын барлау. Милли архив етәксеһе урынбаҫары Нияз Сәлимов әйтеүенсә, тап ошо сара киләсәк быуында илһөйәрлекте тәрбиәләүгә бер аҙым.
Ә 450 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнгән Өфөнөң үҙ энциклопедияһы булыуы фарыз. Баш ҡаланың тарихи, мәҙәни, ижтимағи тормошона бәйле академик белешмә төҙөү өсөн эш бынан 8 йыл элек башланһа ла, һүҙ ҡағыҙҙа ғына ҡала. Башҡорт энциклопедияһы институтының бүлек мөдире Гөлдәр Ишкинина һүҙҙәренә ҡарағанда, баҫманы нәшер итеү тураһында хат-мөрәжәғәттәр рәсми органдарға бер-нисә тапҡыр ебәрелгән. Гөлдәр Әхмәҙи ҡыҙы институт алдында торған йәнә бер бурысты атаны. Ул — Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа арналған энциклопедияны ташҡа баҫыу. Тапшырыу барышында Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә телефон аша бәйләнешкә сыҡты.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».